06.04.2019 Оло Ыҡтамаҡта газ шартлаған
Мәсетле районы үҙәгенең Совет урамындағы йорт газдан зыян күргән.
Ярай янғын башланмаған, өй стеналары емерелгән.
Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килгән.
1968 йылғы ир тәне бешеп, район дауаханаһына килтерелгән, уны реанимация бүлегенә һалғандар.