05.04.2019 7 апрелдә илебеҙҙә урман һаҡлау буйынса #СохранимЛес экологик акцияһы үтәсәк
Уны «Молодёжка ОНФ» командаһы ойоштора. Рәсәйҙең 85 субъекты ҡалаларында махсус пункттар ҡулланылған ҡағыҙ, картон, гәзит йыясаҡ. Иң күп ҡағыҙ алып килеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Артабан бар макулатура төбәк операторҙарына эшкәртеүгә оҙатыласаҡ. «Молодёжка ОНФ» сайтында #СохранимЛес акцияһында иң әүҙем төбәктәр билдәләнәсәк.
Экологик акция Рәсәй көнсығышында - Владивостокта иртәнге сәғәт 11-ҙә башланып, илдең көнбайышында - Калининград өлкәһендә, төштән һуң сәғәт 5-тә тамамланасаҡ. Төбәктәр көн дауамында бер-береһенә эстафета тапшырасаҡ, уны #СохранимЛес хэштегы буйынса күҙәтергә мөмкин буласаҡ.