05.04.2019 Эттәргә этләшмә...
Ейәнсура районында ике мутлашыусы берәҙәк эттәр менән миллион һум аҡса эшләгән. Тик рәхәт тормош оҙаҡ дауам итмәгән: ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленә бит ул.
2016 һәм 2018 йылдарҙа район хакимиәте менән шәхси эшҡыуар фирмаһы араһында килешеү төҙөлә. Уға ярашлы, эшҡыуар райондағы берәҙәк эттәрҙе йыйып, дауаларға, махсус приютта йәшәтергә тейеш була. Әммә мутлашырға яратыусы ветеринарҙан ялған справкалар ғына ала ла, эттәр тураһында "онотоа". Ә справкалар ярҙамындарайон ҡаҙнаһынан миллион һум алырға һис кенә лә онотмай. Ветеринарға ярҙамы өсөн 20 мең һум сығарып бирә.
Был эште белеп ҡалған прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү эше башлап, ысынбарлыҡты асыҡлай. Суд ҡарары менән шәхси эшҡыуар - өс, уға ярҙам иткән ветеринар 1,5 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.