04.04.2019 "Ел моңо" ҡурайҙа
Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев Мәскәүҙең Халыҡ-ара Музыка йортонда "Ел моңо" программаһы менән сығыш яһай. 12 апрелдә үтәсәк концертта халҡыбыҙ ынйылары булған көйҙәрҙән башлап бар донъяға билдәле сит ил композицияларына тиклем яңғыраясаҡ.
Был сара Башҡортостан республикаһының - 100, Роберт Юлдашев нигеҙ һалған "Ҡурайсы" төркөмөнөң 10 йыллыҡ юбилейҙарға арнала. Тиҫтә йыл эсендә "Ҡурайсы"лар донъяның 13 илендә сығыш яһаған, халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яулаған. Башҡорт милли ҡоралының донъя кимәлендә танылыу яулауында Роберт Юлдашевтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Уның уйнауында ҡурай моңона ҡушылып Гарик Сукачев, Николай Носков, Пелагея, Владимир Спиваков һәм башҡалар сығыш яһаны.
Концертта шулай уҡ "Байыҡ" республика конкурсы еңеүсеһе "Guzal-dance"коллективы ла ҡатнаша.