04.04.2019 Беренсе балаға – әсәлек капиталы
Әсәлек капиталын беренсе бала тыуған өсөн дә биреүҙәре ихтимал. РФ Хөкүмәте вице- премьеры Татьяна Голикова: «Тыуымды арттырыу өсөн өҫтәмә ҡыҙыҡһыныу саралары булдырырға кәрәк. Хөкүмәт әсәлек капиталын беренсе бала тыуғанда ла биреү мөмкинлеген ҡарай», - тип белдергән.
2007 йылдан индерелгән Әсәлек капиталы программаһы ғаиләлә икенсе бала тыуғанда ғына сертификат биреүҙе ҡарай. Уның күләме әле 453 һум. Программа 2021 йылға тиклем оҙайтылды.
Хөкүмәткә ышанырғамы инде, юҡмы?