04.04.2019 Алимент түләмәһәң, “права”нан ҡолаҡ ҡағаһың!
Әбйәлилдә бер ирҙең 220 мең һумға тиклем алименты йыйылған. Улына ярҙам итергә теләмәүсе Асҡар – Өфө маршруты буйлап “таксовать” иткән. Эшкә ул, әлбиттә, рәсми рәүештә урынлашмаған. Унан нисек кенә алимент таптырмаһындар, иҫе лә китмәгән – бер кем дә уның килемен иҫбатлай алмаясаҡ, йәнәһе.
Суд приставтары автомобиль йөрөтөүгә хоҡуғын сикләргә, тигән ҡарар сығарғас ҡына, бурыслы ир аҡылға ултыра. Алиментын тулыһынса түләгәне тураһында квитанцияһын тотоп, суд приставтары янына үҙе үк йүгереп килеп етә.
Бөгөн уны эшкә урынлашҡан һәм ай һайын алимент түләп бара, тиҙәр. “Права”нан ҡолаҡ ҡағырға теләмәгән ир, күрәһең, барыһына ла әҙер.