03.04.2019 Ыҫлаҡтарға ни етмәй?
Әлшәй районында ауыл йыйылыштары дауам итә. Элек-электән бындай йыйындар ауылдаштар менән власть вәкилдәрен бәйләп торған бер күпер булды.
Ыҫлаҡтар район хакимиәте вәкилдәре менән ауыл мәҙәниәт йортонда осрашты. Халыҡты нимә борсой? Эскелеккә ҡаршы көрәш, алкоголле эсемлектәрҙе һатыу мәсьәләһенең көн үҙәгенә ҡуйылыуы юҡҡа түгел. Үкенескә ҡаршы, әлегәсә законһыҙ рәүештә көмөшкә ҡойоу, һатыу күренештәре лә булып тора. Йыйында ҡатнашыусылар шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, сүп-сар реформаһы тураһында ла фекерҙәре менән бүлеште.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмаҫ, контролгә алыныр, тип һүҙ бирҙе.