03.04.2019
Машинаңдың тәгәрмәсен алмаштырырға ашыҡма!
Саҡ ҡына Ҡояш апай йылмайҙымы, күптәр иртә яҙҙан резинаһын алмаштыра башлай. Әммә ЮХХДИ идаралығы әлегә ашыҡмаҫҡа ҡуша. Һауа температураһы көн дауамында 5-7 градус килеш һаҡланғанда ғына, йәйге тәгәрмәскә күсеү хәүефһеҙ, ти белгестәр.