03.04.2019 Тағы ла ер убылған
Кисә Шишмә районында ошондай хәл теркәлһә, бөгөн баш ҡаланың 170-се балалар баҡсаһы биләмәһендә соҡор барлыҡҡа килгән. Бының турала "Система-112" шылтыратыуҙар эшкәртеү үҙәгенә бөгөн иртәнсәк хәбәр иткәндәр.
Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына кисекмәҫтән барып еткән. Бәхеткә күрә ҡазаланыусылар юҡ.
Был урында торба үткәргесе урынлашҡан. Унан аҡҡан һыу тупраҡты йыуған һәм шуға ла соҡор барлыҡҡа килгән. Әле торбаны ямап, убылған урынды күмгәндәр.