03.04.2019 Тағын янғын, тағы үлемдәр...
Уҙған төндә Башҡортостанда йәнә лә утлы фажиғә теркәлде.
Стәрлетамаҡ районының Преображеновка ауылында "ҡыҙыл әтәс" ҡоторған. Янғын тураһындағы хәбәрҙе ҡотҡарыусылар сәғәт төнгө 11 тула тигәндә алғандар. Ваҡиға урынына "01", газ, полиция хеҙмәте юлланған.
68 квадрат метрлыҡ йорт янған. Ике ирҙең кәүҙәләре табылған.