08.04.2019 Боросто нисек дөрөҫ ултыртырға?
Боросто тәрән ултыртырға ярамай, ул помидор түгел. Өйҙәге үҫентеһе сәскәгә тумаланған икән, ҡурҡыныс юҡ. Йылы парникта тиҙ генә ерегеп китә һәм матур итеп үҫә башлай, сөнки йылылыҡ ярата.
Буйға ныҡ үҫеп китһә, ботаҡтарын ҡыҫҡартығыҙ. Уңышты даими йыйып тороу ҙа был культураның яңы емешен формалаштырырға ярҙам итә. Өлгөргәндәрен йыйып барһағыҙ, уңыш күберәк буласаҡ. Гибрид сорттар үҫтерһәгеҙ, орлоҡтары сәсергә эшкинмәй.