06.04.2019 Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?
Сода – үҫемлектәргә ашлама ғына түгел, теплицалағы ҡырмыҫҡаларҙан да ҡотолоу сараһы.
Был бөжәктәр күренә башлау менән тупраҡты эшкәртегеҙ. 10 литр һыуға 40 г сода һалығыҙ ҙа, ергә иретмәне һибегеҙ. Ҡырмыҫҡалар йөрөгән урындарға ҡарата айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Ҡырмыҫҡаның организмындағы кислота менән сода бәйләнешкә инеп, уларҙы юҡҡа сығара.