02.04.2019 Аҡса күп бүленә лә бит
Өфө - Аэропорт юлын, алтын юл тип атаһаң да һис арттырыу булмаҫ. Уны төҙөкләндереү өсөн сарыф ителгән аҡсаларға әллә күпме яңы йорттар төҙөп ултыртырға булыр ине.
Быйыл был трассаны эшләүгә, асфальт ҡатламын яңыртыуға 292 млн һум аҡса бүленәсәк. Былтыр 103 млн. , 2017 йылда - 147 млн, 2015 йылдағы ШОС БРИКС саммиттары алдынан 219 млн. аҡса киткән.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә республикала алты йыл эсендә юлдарҙы төҙөкләндереүгә 33,4 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Был сумманың өстән бер өлөшө федераль бюджет иҫәбенән.