02.04.2019 Ҡайҙа йөрөһәң дә телеңде тый... йәки тамағыңды
Март айынан апрелгә аяҡ баҫҡан төндә Салауат ҡалаһының травматология пунктына яраланған 26 йәшлек егет менән 20 йәшлек ҡыҙ килтерелә.
Әлегә билдәле булыуынса, йәштәр кафела ял иткәндә 50 йәшлек ир менән таныша. Бергәләп спиртлы эсемлектәр эскәндән һуң, уларҙың араһында ыҙғыш тыуа һәм ҡыҙған ир травматик пистолеттан егет менән ҡыҙға ата башлай. Атыш башлаған ир кафенан алыҫ та китеп өлгөрмәй, уны хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тота. Атыштың сәбәптәрен ғауғасыл ир йүнләп аңлата ла алмай, хәйер, үтә иҫерек кешенең һөйләшеүенең дә рәте булмай.
Салауат ҡалаһының эске эштәр бүлегенән Ильмира Хәйбуллина хәбәр итеүенсә, был ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.