02.04.2019 Ауыҙ асып, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ
Еңел генә аҡса эшләргә ынтылған ниндәйҙер мут әҙәм Өфөлә йәшәүсе ҡатынға шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре итеп таныта һәм, картағыҙҙан кемдер аҡса урларға маташа бит, тип хәбәр итә.
Тиҙ генә картағыҙҙы ябыр кәрәк, бының өсөн уның реквизиттарын әйтегеҙ, тип “банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре” ашыҡтырып ҡурҡытҡас, ҡатынҡай юғалып ҡалып, кәрәкле һандарҙы әйтә һәм... һигеҙ мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ та ҡаға.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының пресс-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта был мутлыҡ буйынса тикшереү эше бара.
Муттарҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн, банк картаһының номерҙарын, кодтарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла шылтыратып, картаны ябыу тураһында хәбәр итеп тормаясаҡ.