02.04.2019 Тымыҡ океан аҫтында «Өфө» карабы йөҙәсәк
Тымыҡ океан өсөн Берләштерелгән судно төҙөү корпорацияһы 2022 йылда ҡороласаҡ субмаринаға «Өфө» исемен бирәсәк.
636.6 сериялы һыу аҫты кәмәһе - донъялағы аҙ тауышлы караптарҙың береһе. Улар ракета-торпеда комплексын, радиоэлектроника, гидроакустика йөрөтә.Кәмәнең оҙонлоғо – 74 метр, киңлеге 10 метр. 300 метр тәрәнлеккә тиклем һыу аҫтына төшә, 45 көн үҙ-үҙен хеҙмәтләндереп йөрөй ала. Экипажында 52 кеше.
Балтик флотында беҙҙең республика шефлыҡ иткән «Башҡортостан» карабы йөрөнө. 2007 йылда унда янғын сығып, субмарина юҡҡа сыҡҡас, кәмә тергеҙелмәне һәм металға оҙатылды.