02.04.2019 Беҙҙең элекке вице-премьер тотолған
Өфөлә экс-вице-премьер, Башҡортостандың шулай уҡ экс ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев ҡулға алынған, тигән хәбәр таралды. Элекке эше ер менән бәйле булғас, ул ер махинацияларында ғәйепләнә. Гурьев әфәндегә РФ Енәйәт Кодексының 286-сы статьяһының 3 өлөшөндәге "в" пункты - вазифаһын артыҡ файҙаланыу - буйынса эш сәпәлеүе мөмкин.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, ул Өфөлә закондан тыш ике ер участкаһы һатыуҙы ойошторған. Ер хаҡтары кадастр хаҡынан күпкә кәметелгән. Һөҙөмтәлә Башҡортостан ҡаҙнаһы 27 миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Әле тикшереү дауам итә. Эштә башҡа вазифалы шәхестәрҙең дә ҡыҫылышы ҡарала.