01.04.2019 Ҡаҙағстанда Наурыҙ - байрам нисек үтә?
“Наурыҙ – үҙенсәлекле байрам. Беҙҙә ул бер аҙна буйы билдәләнә. Сара барышында төрлө йола үтәйһең. Мәҫәлән, һәр кем ете ишекте асып, ете йортҡа инергә тейеш. Өй хужаһын сәләмләп, уға Яңы йылда иҫәнлек-һаулыҡ теләргә кәрәк.
Ҡунаҡты мотлаҡ Наурыҙ күже тигән аш менән һыйлайҙар. Ул ит, он, тоҙ, һөт, май һәм ете ярманан (дөгө, арпа, кукуруз, һоло, ҡарабойҙай, тары, бойҙай) тора. Һәр бер ингридиенттың үҙенә күрә бер мәғәнәһе бар — муллыҡ, сәләмәтлек, тәбиғәт яңырыуы һәм башҡа.
Яңы йыл байрамында табынға мотлаҡ бауырһаҡ, ҡарта, ҡымыҙ, шелпек (ләүәш) һәм һарыҡ жәйәһе ҡуйыла.
Беҙҙә ябай халыҡ ҡына түгел, Наурыҙ ваҡытында хатта дәүләт эшмәкәрҙәре милли кейемдә эшкә йөрөй. Был күренеш рәсми ҡарар менән нығытылған”, — ти ҡаҙаҡ егете Ҡайрат.