01.04.2019 "КамАЗыңды" бер ай тотонмай тораһың инде...
Башҡортостанда 1 апрелдән 30-на тиклем ауыр йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Был төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдары емерелмәһен өсөн эшләнә.
Сикләү түбәндәге төрҙәргә ҡаралмай:
- автобустар менән кеше ташыу;
- аҙыҡ-түлек, хайуандар, дарыу, яғыулыҡ, орлоҡ фонды, ашлама, почта һәм почта йөктәре ауыл хужалығы мал-тыуарына һәм ҡош-ҡортона аҙыҡ ташыу;
- яҙғы баҫыу эштәрендә һәм малсылыҡта ҡулланған техниканы ташыу;
- ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн техника ташыу;
- авария-тергеҙеү, ремонт эштәрендә ҡулланылған төҙөлөш һәм эксплуатация техникаһын ташыу;
- хәрби техника.