30.03.2019 Башҡорт нефтен һатып эшләнә торған Ил-112В самолеты һыналды
Рәсәйҙең яңы хәрби-транспорт самолеты Ил-112В уңышлы һыналды. Ярты сәғәт самаһы һауала булған самолет үҙен яҡшы күрһәткән. Ә бит уның тәүге осошо Башҡортостан күгендә булыуы ихтимал ине.
Был осҡостоң тарихы үткән быуаттың 90-сы йылдарына барып тоташа. Уны (Ил-112) пассажир самолеты булараҡ С. Ильюшин исемендәге авиация комплексы аҡсаһына проектлай башлайҙар. Етештереүҙе финанслау өсөн “Ил-Башкирия” предприятиеһы барлыҡҡа килә. Ә аҡсаны башҡорт нефтен һатып табырға уйлайҙар. Үәт, бит, ә! Сериялы сығарыуҙы иһә Күмертау авиация производство берекмәһендә ойоштороу күҙаллана. Әммә ниәттәр тормошҡа ашмай...
Һөҙөмтәлә, беҙҙеке булырға тейешле самолет Воронежда тыуа. Ярай, беҙ барыбер ҡыуанабыҙ. Рәсәйҙеке иң мөһиме. Өҫтәүенә, ул беҙҙең илдең авиасәнәғәтенең яңы тарихында “нулдән” ҡоролған тәүге самолет. Тотошлайы менән ватан материалдарынан тора йәғни.
Ил-112В - Ан-24 менән Ан-26-ны пенсияға ебәрә торған самолет.