RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Атайсал»да – тыуған ерен данлаусылар

01.04.2019 «Атайсал»да – тыуған ерен данлаусылар

Кеше өсөн иң яҡыны кем йәки нимә? Әлбиттә, атай, әсәй, туғандар, яҡындар, ғаиләң, яратҡан йортоң, яратҡан эшең, һөйгән кешең, ғәзиз тыуған ер. Оло һәм кесе ватандарыбыҙ ҙа – ошо иҫәптә. Оло ватаныбыҙ тигәндә Рәсәйҙе, Башҡортостанды күҙ уңында тотһаҡ, кесеһе тип тыуған ауылыбыҙҙы атайбыҙ. Ҡалала тыуғандар иһә олатаһы нигеҙен атайсалы тип белә. Шуға күрә, барыһының да ике Ватаны була, тип әйтергә ерлек бар. Кемдер һанлай уны, кемдер – юҡ. Быныһы иһә – кешенең мәҙәни кимәленән, донъяға ҡарашынан. Һәр хәлдә тыуған төйәге, төпләнгән нигеҙе булғандар, далалағы ҡамғаҡтай, ел ыңғайына йөрөмәй.

Һүҙ алып барыласаҡ тапшы­рыуға килгәндә, “Атайсал” “Юл­даш” радиоһында һәр аҙна эфирға сыға. Райондар, ауыл­дарҙағы социаль-иҡтисади хәл­дәр, ябай халыҡтың көнитмеше, милли, мәҙәни йәшәйеш, көнүҙәк проблемалар, уларҙы хәл итеү юлы һәм башҡа темалар күтәрелә унда. Башҡортостан Респуб­ликаһының 100 йыллығына ар­налған тапшырыуҙарға ла урын бар “Атайсал”да. Мәҫәлән, “100 йыллыҡҡа – 100 объект” һәм башҡа республика кимәлендәге сараларҙан тыш, һәр район үҙенең 100 шәхесен дә атай ала. Юлым Йәрмәкәйгә төшкәндә райондың шәхестәргә бай, хеҙмәте менән үҙен генә түгел, төбәген, халҡын данлағандар күп булыуына хайран ҡалғайным...

Тырыш беҙҙең халыҡ. Иҡтисади көрсөк, эш юҡ, аҡса түләмәйҙәр, тип бәлә һалып ултырыусылар һирәк хәҙер. Һәр кем яйын таба, ғаиләһен туйҙырырлыҡ кәсебе бар. Архангелдә мал-тыуар, йыл­ҡы үрсетеп табыш алалар. Иглинда ла малға күҙ бағып торалар. Хәйер, унда республика ки­мәлендә уңышлы ғына эшләп килгән инкубатор ҙа бар. Ауыр­ғазы, Бүздәк, Белорет, Ғафури, Тәтешле, Нуриман тарафтарына барғанда ла кешеләрҙең тырышлығы, заманға яраҡлаша белеүе һәм, әлбиттә, барыһының да үҙ тыуған ерен яратыуы күренә. Атайсалына тоғро, ауылдың йәшәйеше, ауылдаштарын ғәм­һеҙлектән уятыусы, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүсе, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыусы, ауылында предприятие ойоштороп, кешеләрҙе эш менән тәьмин итеүсе – бына кемдәр “Атай­сал”дың төп геройҙары. Һәр шишәмбелә көндөҙгө сәғәт 12-се 15 минутта, шаршамбыла киске сәғәт 8-се 15 минутта эфирҙа “Атайсал” тапшырыуы. Һеҙҙең атайсал, төбәк уңғандары тура­һында бар республикаға бәйән итер хәбәрҙәр булһа, “Юлдаш”ҡа хәбәр итегеҙ.




Автор: Б. Фәтҡуллин.
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне