31.03.2019 Футбол бар һымаҡ та, юҡ кеүек тә…
йәки Рәсәй йыйылма командаһы төркөм бәйгеһендә Бельгия футболсыларынан еңелеп, киләһендә ҡаҙаҡтарҙы тар-мар итте
2020 йылда буласаҡ футбол буйынса Европа чемпионатына эләгеү өсөн һайлап алыу төркөм уйындары башланды.
Рәсәй йыйылма командаһы «I» төркөмөндә Бельгия, Ҡаҙағстан, Сан-Марино, Кипр һәм Шотландия футболсылары менән бәхетле ике урын өсөн көрәшәсәк. Әлбиттә, беҙҙең төркөмдә Бельгия уйынсылары төп дәғүәсе булып һанала. Шуға ла беренсе осрашыуҙа уҡ Станислав Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре уларға 3:1 иҫәбенә еңелде лә инде. Тик үҙ төркөмөндә икенсе урын алыу өсөн Рәсәй футболсыларына бер кем дә ҡамасауламаҫ кеүек. Башҡаларына ҡарағанда Шотландия командаһы көслөрәк кеүек, әммә ул да старт осрашыуында ҡаҙаҡтарҙан 3:0 иҫәбенә ҡыйралды. Ә инде беҙҙекеләр, яралы бүреләй, икенсе төркөм осрашыуында Ҡаҙағстан футболсыларын 4:0 иҫәбенә отто. Ғөмүмән, беҙҙең уйынсылар элекке союздаш республикаларҙың командалары менән туғыҙынсы тапҡыр көс һынашты. Һәм быға тиклем бер тапҡыр грузиндарға 1:0 иҫәбенә еңелеп, һуңынан Эстония, Әзербайжан, Латвия, Молдавия һәм ике тапҡыр Әрмәнстан менән еңеүсене асыҡлай алмай, тигеҙ иҫәпкә айырылышты. Тимәк, әлегеһен тарихи осрашыуға индерһәк тә булалыр.
Киләһе төркөм уйындары июндә үтәсәк. Черчесовтың командаһы 6-нда – Сан-Марино, 11-дә Кипр футболсыларын ҡабул итәсәк.