27.03.2019 Буласаҡ кәләштәр мәктәбе! Шәп яңғыраймы?
Бөгөн Ҡырымдың Симферополь ҡалаһында “Килендәр мәктәбе” (ҡырым-татар телендә – “Киленлер мектеби”) асылған. Курсҡа төбәктең Диниә назараты йыя.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, бында ир эҙләгән йә һөйгән йәрен табып, кейәүгә сығырға әҙерләнгән, мосолмандарҙа ғаилә мөнәсәбәтен белергә теләгән ҡатын-ҡыҙҙар уҡырға килә ала.
Курс программаһына никах, туй йолалалары һәм шарттарынан башҡа шундай темалар ингән:
• “Нисек кейәү һайларға? Стереотиптар, фараздар, ир һәм ҡатын тигеҙлеге”.
• “Буласаҡ ир һәм ҡатын мөнәсәбәте: кәнфит-гөлләмә осоро, егеттең бүләктәренә нисек ҡарарға, аралашыуҙа харам һәм хәләл”.
• ”Тәүге төн”.
• ”Ирҙең туғандарына мөнәсәбәт”.
• “Ҡатындың төп роле”.
• “Исламда айырылышыу”.
Нисек уйлайһығыҙ, беҙгә бындай мәктәп кәрәкме? Программаға нимәләр индерер инегеҙ? Әллә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй килен булырға былай ҙа беләме?