27.03.2019 Халыҡсан театрҙың тарихын байҡап...
Бөтә донъя театр көнөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҙур уңыштар менән ҡаршылай.
Һуңғы яңылыҡтарға ғына килгәндә лә, тап ошо көндәрҙә мәҙәниәт усағының ике сәхнә оҫтаһы – Арсен Шәйхисламов менән Урал Зәйнуллин – “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.
Сибай театрына ҡала хакимиәтенең архив бүлеге хеҙмәткәрҙәре бик елле бүләк – мәҙәниәт усағының үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған “Халыҡсан һәм легендар” тип аталған интернет-күргәҙмә – әҙерләгән. Бүлек етәксеһе Нилә Зәйнуллина әйтеүенсә, унда Сибай театрының барлыҡҡа килгән йылдарынан алып бөгөнгәсә тиклемге эшмәкәрлеге хаҡындағы архив документтарының күсермәләре тупланған.
– Күргәҙмәлә 360 архив документы фрагменты, 1930 йылдан алып һаҡланған фотоһүрәттәр, афишалар, буклеттар, дипломдар урын алды, – ти Нилә Ишмөхәмәт ҡыҙы. – Был күргәҙмә менән социаль селтәрҙә һәр кем таныша ала. Мөбәрәковсыларҙың төрлө йылдарҙағы ижади эшмәкәрлеге, тормошо һәр кемде битараф ҡалдырмаҫ.
Әйткәндәй, был архив хеҙмәткәрҙәренең виртуаль донъяла тәүге хеҙмәте түгел. Улар 2010 йылда Сибай ҡалаһының юбилейына арналған, аҙаҡ төрлө темалар буйынса йәнә өс интернет-күргәҙмә әҙерләгәйне.
Яҙмаларҙы һаҡлау, мәңгеләштереү талабы бөгөнгө заманда ла үҙ көсөн юғалтмай. Киреһенсә, яңы технологиялар, алымдар ярҙамында был эш киңәйә, байый ғына бара.