22.03.2019 Машинағыҙҙы урланылармы? Һалымдан азат ителәһегеҙ!
Ҡыуып алып кителгән машиналар һалымдан азат ителә.
— Әгәр ҙә транспорт сараһы эҙләүҙә икән, ул хужаһына ҡайтарып бирелмәйенсә транспорт һалымына дусар объект тип иҫәпләнмәй.
Йәғни, күпме ваҡыт автомобиль эҙләүҙә булған, шул осор өсөн түләргә кәрәкмәй, — тип аңлатма бирә РФ Финанс министрлығының Һалым һәм таможня-тариф контроле департаменты директоры Алексей Сазанов.