22.03.2019 Банк белгесе пароль һорамай!
Телефон аша шылтыратып, үҙен банк белгесе булып таныштырыусыларға карта тураһында мәғлүмәт еткермәгеҙ, тип күпме иҫкәртмәһендәр, алданыусылар һаны һис тә кәмемәй.
Яңыраҡ Белоретта йәшәүсе 53 йәшлек ханым да тишек кәмәгә ултырған. “Мин банк хеҙмәткәре, кредитығыҙҙан ҡотолорға ярҙам итәм”, — тип шылтыратыусы әҙәмгә барыһын да әйткән дә биргән: номерын, шәхси кабинет паролен һәм башҡа. Ҡыҫҡаһы, бер ҡатлы асығауыҙ инәй 44 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Әлеге ваҡытта полиция был факт буйынса тикшереү алып бара.