24.03.2019 Гәзиттең 11-се һанындағы сканворд еңеүселәре кем булды икән?
Сканвордты сисеп, билдәләнгән түңәрәктәрҙә ниндәй хәрефтәр йәшенгәнен асыҡлағыҙ һәм шуларҙан һүҙ яһағыҙ. Дөрөҫ паролде дежур телефонға (8-962-537-04-95) тәүге булып ебәреүсене редакциянан бүләк көтә – телефон номерына – 150 һум аҡса. СМС аша яуаптар киләһе шишәмбелә иртәнге сәғәт туғыҙҙан ҡабул ителә башлай.
Гәзитебеҙҙең 11-се һанында сыҡҡан сканвордтың яуабын беренсе булып ебәреүсе Әлфирә ХӘЙБУЛЛИНА (Баймаҡтан) еңеүсе тип билдәләнде, пароль – эпитрохоида (математика термины, әйләнә һәм нөктәнән барлыҡҡа килгән һәм башҡа әйләнә менән бәйләнгән фигура).
Шулай уҡ дөрөҫ яуапты Октябрьскийҙан Миҙхәт Шәрипов, Әлшәйҙән Зөлфиә Ғәлиуллина, Әлфиә Ғәлиуллина, Фәниә Ғәлимова, Фәнүрә Абдуллина, Йылайырҙан Венера Абдуллина, Гөлнур Солтанғужина, Әминә Лоҡманова, Учалынан Гөлшат Ишҡыуатова, Әлфиә Суфьянова, Динә Кәримова, Лилиә Шәғәлина, Мәсетленән Гөлнур Ғарипова, Илештән Ғәлимә Ғәлиева, Өфөнән Алина Ғәлимова, Хәйбулланан Рәжәп Хәсәнов, Миәкәнән Гүзәл һәм Булат Мөхәмәтйәновтар, Ейәнсуранан Венера Юлдашбаева, Бөрйәндән Ғәзинур Салауатов, Күгәрсендән Сыңғыҙовтар, Венера Шәйәхмәтова, Зәбилә Килсенбаева, Әбйәлилдән Шәрифә Иҙрисова, Сәфинә Әхмәтова, Фәнүзә Вәлишина, Рита Шәйҙуллина, Баймаҡтан Зифа Ғүмәрова, Марат Ғәйетбаев, Сафия Насирова, Венера Айытҡолова, Әлмира Йәнәлина, Рәмил Мәтинов, Гөлшат Мәтинова, Рәшиҙә Йылҡыбаева ебәргән.