RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Юлдаш» тәҡдим итә: рухлылар өсөн – «Рухиәт»

25.03.2019 «Юлдаш» тәҡдим итә: рухлылар өсөн – «Рухиәт»

Боронғо башҡорт иле изге заттар исемен мәңгеләштергән топонимдары менән дә данлы. Халҡына аҡыллы кәңәштәре, эше-булмышы менән үҙ заманында кәрәкле булған ата-олатайҙарыбыҙ исеменә бәйле ер-һыуҙарыбыҙ күпте бәйән итә. Өйрәнеүселәре, еткереүселәре аша уларҙы «Рухиәт» тапшырыуында барлайбыҙ.

Ер-һыу атамалары, тарихи урын­­дар хаҡында халыҡ һөй­ләгәндәр зиһендәргә һеңде­релеп, яҙмаларға, аҡ ҡағыҙға теркәлә. Ошо рухи ынйыларҙың ҡайһы берҙәре менән тапшы­рыуҙарҙа уртаҡлашабыҙ. Ниәте­беҙ «изге» тигән һүҙҙән дини-фәлсәфәүи мәғәнә эҙләүҙән дә түгел, был осраҡта беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын, күренекле тигән мәғәнәне һалдыҡ. Әйтәйек, Сатыр-тау, Нарыҫтау, Асы­лыкүл үҙе ни тора! Һанау мотлаҡ түгел, бәйән мөһим.

Күктәгеләрҙең ҡушыуы менән­дер, сираттағы туҡталған еребеҙ Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы Сәхәбәләр мәсете ине. Риүәйәттәр аша күптәргә билдәле Нарыҫтау ауылдан күҙ күреме ерҙә урынлашҡан. Тау күкрәгенән урғып сыҡҡан таҙа, изге тип һаналған шишмәнең һыуын уртларға, ҡойонорға борондан ете-яттар ҙа килгән бында. Башҡорттар йәшәгән ерлектә изге шишмәләр йәки «изгеләр шишмәһе» тип аталған һыу сығанаҡтары күп, изге тауҙар, хатта ҡайһы бер ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы, таштарҙы ла изге тип һанап, тирә-яғын сүп-сарҙан таҙалап, ҡәҙерләйҙәр икән, бик хуп. Тәбиғәтте һаҡлау тип атала был күренеш, тимәк, ғәзиз тыуған ереңде һөйөү.

Ауыл активистары үҙ яғындағы йылғаларҙы таҙартып, шиш­мәләргә ҡыйыҡ ябып, ағастар ултыртып ҡуя икән, төйәгеңдең иң күркәм урындарының береһе булыр ул. Эсәр һыуҙарыбыҙ тәнгә сихәт, йәнгә дауа икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Килендәргә һыу юлы башлатыу кеүек матур йолаларыбыҙ дауам итер. Шул йолаларға бәйле онотолған һүҙҙәр яңыртылыр, иҫкә төшөр. Һәр һөйләш үҙенсә матур һәм ҡәҙерле. Ынйы бөртөктәренә тиң аҫыл һүҙҙәребеҙҙе бергә эҙләйек, теркәйек, йәштәргә еткерәйек.

«Рухиәт» тапшырыуының си­раттағы сығарылышын 28 мартта 11 сәғәт 15 минутта тыңлағыҙ. Һеҙҙең яҡтағы ер-һыу атамалары тарихын ҡыҙыҡлы, радио аша ғәм халыҡҡа еткерер фәһемле мәғлүмәт тип тапһағыҙ, беҙгә хат яҙығыҙ.




Автор: В. Ситдиҡова
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне