22.03.2019 Өфөлә мутлыҡта ғәйепләнгән Бөрйән кешеһе тотолған
Зыян күреүсе видеотехниканы ҡуртымға биреүе хаҡында “Авито” сайтына иғлан баҫтыра. Уға берәү шылтырата һәм килешеү төҙөгән ваҡытта техниканы фатирҙан ташый башлай. Һәм ... кире инмәй.
Ир, урлаған әйберен ломбардҡа тапшырған, ә аҡсаны тамаҡҡа, эскегә тотонған. Бөгөн уға ҡарата енәйәт эше асылған, зыян күләме – 22 мең һум.