23.03.2019 Алтай башҡорттары республиканың 100 йыллығын көрәш буйынса асыҡ турнир менән билдәләй
23 март, Барнаул ҡалаһында 2009-2011 йылғы балалар араһында беренселек үтә. Сараны Крайҙың Спорт министрлығы, Рәсәй көрәш федерацияһының Алтай крайы буйынса төбәк бүлексәһе ярҙамы менән “Уралым” башҡорт мәҙәниәте клубы ойоштора.
Спорт байрамының төп маҡсаты – төбәктә көрәште үҫтереү һәм популярлаштырыу, спортсыларҙың оҫталығын арттырыу, Алтайҙың иң көслө көрәшселәрен асыҡлау, тренерҙар араһында тәжрибә уртаҡлашыу һәм профилактик иҫәптә торған бәлиғ булмағандарҙы спортҡа ылыҡтырыу. Йәш спортсыларҙы Башҡортостан тарихы менән таныштырыу маҡсатында турнир алдынан ҡыҫҡа мәҙәни программа әҙерләнгән.
Башҡорт ойошмаһы етәксеһе, Алтай дәүләт медицина университеты доценты Тимур Әйүпов хәбәр итеүенсә, “Уралым” клубы ағзалары башҡорт йырҙары һәм бейеүҙәрен сәхнәгә сығарасаҡ. Алтай, үзбәк, ҡаҙаҡ милли ойошмалары ла йырлы-моңло күстәнәстәре менән Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан ҡотларға килә.