RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ураллылар туғандарын эҙләй

29.01.2011 Ураллылар туғандарын эҙләй

Төркиәлә, бик йыш булмаһа ла, башҡорт тамырлы кешеләр осрай. Былтыр Анкарала ТЮРКСОЙ ойошмаһы тарафынан үткәрелгән Науруз байрамы ваҡытында Өзәр Ураллы исемле кеше менән таныштым.
Ул миңә атаһының Башҡортос­тан­дан булғаны өсөн башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынып килеүе хаҡында аңлатты. Өзәр бейҙең атаһы Әхмәт, Төркиәләге танытмаһы буйынса, Башҡортостандың Өфө ҡалаһында 1896 йылда тыуған. Атаһының исеме Мәхмәт, әсәһенеке – Мәмдүхә. Башҡорттарҙа Мәхмәт исеме һирәк осрай. Шуға Мөхәммәт булыуы ла ихтимал. Үткән быуаттың егерменсе йылдарындағы боланан һуң, төрлө юлдар үтеп, Әхмәт 1921 йылда Иранға килгән. Бында ул Риза Шаһ Пехлеви һарайында һаҡсылар командиры була. 1925 йылда Төркиәгә күсенә. Анато­лия­ның төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндәге, Әрмәнстан сигендәге Ыгдыр ҡалаһына яҡын урынлаш­ҡан Мар­кара таможняһында эшләй. 1936 йылда таможня ябылғандан һуң үҙ эше менән шөғөлләнә. Измир ҡалаһында уның менән бергә килгән, офицер булып хеҙмәт иткән тағы бер туғаны булыуы ихтимал. Ул Әхмәт Ыгдырҙа йәшәгән осорҙа күп тапҡыр күрергә килә.
1935 йылда Калемзар исемле ҡыҙға өйләнә. 1938 йылда Тургут исемле улдары тыуа. 1940 йылда ҡатыны үлеп китә һәм Әхмәт бей 1921 йылғы Зөһрә исемле ҡыҙға өйләнә. Уларҙың Өзәр, Эрол, Эртуғрул исемле өс улы һәм Арзу, Ниһаль исемле ике ҡыҙы тыуа. 1960 йылда Әхмәт донъя ҡуя. Әлеге көндә уның 30 кешегә яҡын тоҡомо (балалары, килендәре, кейәүҙәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре) Төркиәлә йәшәй. Барыһы ла белемле, етеш донъя көтә. Өзәр ағайҙың әйтеүенсә, улар Башҡортостандағы туғандарын табып, атайҙарының тыуған төйәген күреү теләге менән йәшәй.
Бәлки, «Йәшлек» гәзитен уҡыусылар араһында был мәсьәләне асыҡларлыҡ мәғлүмәт ебәреүселәр табылыр. Уны түбәндәге электрон почта адресыма ебәреүегеҙҙе үтенәм: ahatsalihov@mail.ru.

Әхәт СӘЛИХОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне