19.03.2019 Әсәһен ултырғыс менән туҡмап үлтергән
Үткән йәкшәмбелә Ишембай ҡалаһында әсәле-уллы эсеп ултырғандар. Күп тә үтмәй, уларҙың араһында талаш ҡупҡан. 30 йәшлек егет күп уйлап тормаған, әсәһенә ҡул күтәргән - 51 йәшлек ҡатындың башына бер нисә тапҡыр ултырғыс менән һуҡҡан.
Нимә ҡылғанын аңғарып ҡалған егет күршеләренә әйтеп, полиция саҡырттырған. Баҡтиһәң ул балалар йортонда тәрбиәләнгән булған - әсәһен ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм иткән булғандар. Егет бер нисә тапҡыр урлашҡан, колонияла ултырып сыҡҡан. Хәҙер уға төрмәгә кире ҡайтырға тура киләсәк.