19.03.2019 Миңзифа Исҡужина үҙенең йырлы-моңло кисәһенә саҡыра!
21 мартта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, "Далан" эстрада төркөмө солисы Миңзифа Исҡужина үҙенең йырлы-моңло кисәһенә саҡыра.
Концертта тамашасы яратып ҡабул иткән йырҙары менән бер рәттән яңылары ла яңғыраясаҡ. Программаны Миңзифа Исҡужина үҙе, "Далан" төркөмө солистары Артур Туҡтағолов, Искәндәр Ғәзизов, Филүс Ҡалмурзин, талантлы йәштәр Регина Баракова (бейеү) менән Венер Сәйфетдинов (ҡурай), нәфис һүҙ оҫтаһы Редик Сәғитов биҙәйәсәк. Программаның режиссеры – күп музыкаль проекттары менән танылыу яулап өлгөргән йәш режиссер Миңзәлә Яхина.
Баймаҡ һандуғасы Миңзифа Исҡужина егерме йылдан артыҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында хеҙмәт итә. Ул тамашасыларға эстрада артисы булараҡ ҡына түгел, ә халыҡ һәм классик йырҙарҙы оҫта башҡарыусы булараҡ та яҡшы таныш. Йырсының концерт программалары һәр ваҡытта бай һәм сағыу үтә.
Яҙҙың матур ҡояшлы көнөндә башҡорт һандуғасының саф көмөштәй йырҙарын тыңларға рәхим итегеҙ! Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.