17.03.2019 Мәмерйәлә дайвер үлгән
" Шүлгәнташ " мәмерйәһендә 38 йәшлек дайверҙың ғүмере өҙөлгән.
Екатеринбург һәм Мәскәү ҡалаларынан 8 кешенән торған дайверҙар төркөмө Европалағы иң ҙур мәмерйәгә тикшереү эштәре алып барыр өсөн килгән.
16 мартта улар тәүге тапҡыр мәмерйә эсендәге күлгә сумып сығалар. Кис икенсе тапҡыр һыуға төшкәндә бер дайвер иҫен юғалта. Иптәштәре ярҙам итеп ҡарай, әммә егет йән бирә. Спелеодайвер тәжрибәле булған.