16.03.2019 Әхмәт Сөләймәновты иҫләнеләр
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үткәрелде.
Сарала Әхмәт Мөхәмәтвәли улының яҡын дуҫы, фекерҙәше, БДУ-ның башҡорт фольклоры һәм әҙәбиәте кафедраһында оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегаһы – профессор, билдәле яҙыусы-прозаик, Тимерғәле Килмөхәмәтов; Әхмәт ағай менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор секторында оҙаҡ йылдар бергә эшләгән күренекле фольклорсы- ғалимә Фәнүзә Надршина; ғалим-педагог, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәнил Тимерйән улы Күзбәков; фольклорсы- ғалимә, филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова; Ә.М.Сөләймәновтың балалары— рәссам, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Йәлил Сөләймәнов; философия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының этика, эстетика һәм диндәр тарихы кафедраһы мөдире Ләйсән Итҡолова; филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббитдинова; Әхмәт ағайҙы ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем оҙата килгән тормош юлдашы — радиожурналист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың халыҡ артисы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәниә Байгилде ҡыҙы Сөләймәнова-Хәлитова, ғаилә дуҫтары, уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, ижадташтары ҡатнашты.
Улар күренекле ғалим, фән һәм йәмәғәт эшмәкәре, коллега, талапсан уҡытыусы-ғалим, яратҡан остаз, һөйөклө атай, ҡәҙерле тормош иптәше булған Әхмәт Мөхәмәтвәли улына бәйле яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Кисәне һәүәҫкәр йырсы, күп һанлы конкурстар лауреаты Гөлгөнә Рыҫҡолова башҡарыуындағы Әхмәт Сөләймәновтың яратҡан йырҙары биҙәне. Тамашасылар иғтибарына Ә.Сөләймәнов хаҡында видеояҙма тәҡдим ителде, һәм уның фотоһүрәттәренән слайдтар күрһәтелде.