16.03.2019 Үәт, исмаһам, еңеү!
Беҙҙең шәп ҡыҙыбыҙ Динә Ғизәтуллина билбау менән көрәш буйынса Рәсәй чемпионатында тағы ла беренсе урын яуланы! Афарин, Динә!
Аҡыллы ла (мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, әле юғары белем ала), ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ һылыу ҙа, хәтәр таһыллы, көслө рухлы ла башҡорт ҡыҙын ошо мәртәбәле еңеүе менән ҡотлап, артабан да уңыштарҙың юлдаш булыуын теләйбеҙ! Тренеры Морис Йосоповҡа айырым хөрмәт!!!