16.03.2019 Ихата биләмәләрен төҙөкләндереү: һорауҙарға яуаптар
“Башҡорт ихаталары” программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, яндағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота.
Ул 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән. Кураторы – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Финанслауға килгәндә, күпселек бурыс республика бюджетына һалынған – 94 процент. Ҡалған өлөштө муниципаль берәмек (биш процент) һәм күп фатирлы йорт милекселәре (бер процент) ҡаплай.
Программала нисек ҡатнашырға? Бының өсөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр дөйөм йыйылыш үткәреп, ихатаны төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышып, уртаҡ ҡарарға килергә һәм һөҙөмтәлә урындағы хакимиәткә заявка бирергә тейеш. Ғариза муниципаль берәмектең йәмәғәт-административ комиссияһы тарафынан ҡарала, был ихатаның торошо, урындың үҙенсәлектәре, төҙөкләндереүгә мохтажлыҡ иҫәпкә алынып, программаға индереү-индермәү хәл ителә.
Быйылға исемлек әҙер. Уның менән муниципаль берәмектәрҙең, шулай уҡ Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының (https://house.bashkortostan.ru/activity/14535/ һылтанмаһы буйынса) сайттарында танышырға мөмкин. Быйыл, дөйөм алғанда, 480 ихата төҙөкләндереләсәк.
Киләһе йылға исемлек иһә быйыл III кварталда төҙөлә, заявкаларҙы 1 сентябргә тиклем тапшырырға кәрәк.
Эштең сифаты өсөн заказсы (муниципаль берәмек) һәм подрядсы (гарантия ваҡыты – өс йыл) яуап бирә. Әгәр ниндәйҙер һорауҙар тыуа, проблемалар асыҡлана икән, халыҡ урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә ала.
Төҙөкләндерелгән ихаталарға видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡмы? Эйе, ул ҡаралған. Әммә был мәсьәлә милекселәрҙең ҡарарына, техник мөмкинлектәргә бәйле хәл ителәсәк. Әгәр муниципаль берәмектә “Хәүефһеҙ ҡала” системаһы бар икән, видеокүҙәтеү ҡоролмаһы уға тоташтырыласаҡ һәм урындағы хакимиәт иҫәбенә тотоласаҡ.
Тағы ниҙәр булырға тейеш? Ҡоролмалары хәүефһеҙ резина менән көпләнгән балалар һәм спорт майҙансыҡтары, автомобилдәрҙе, контейнерҙарҙы ҡуйыу урыны, мәғлүмәт стенды, яҡтыртыу, бәләкәй архитектура формалары, йәшеллек һ.б.