18.03.2019 Республикабыҙҙың байрамын бергәләп билдәләйек
Быйылғы март – беҙҙең республика өсөн айырым әһәмиәткә эйә ай.
Был яҙҙың ярһып килеүенә генә бәйле түгел. Рәсәйҙәге тәүге автономиялы республика бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй!
“Юлдаш” радиоһында ошо ваҡиғаға бәйле кәйеф йыл башынан һиҙелде. Сөнки республикабыҙ тарихына, йәшәйешенә, тарихи шәхестәренә арналған сығарылыштар бер-бер артлы донъя күрә башланы. Улар араһында “Аҡлы-ҡаралы юлдар”, “Беренсе республика. Асыштар. Ваҡиғалар”, “Заман заңы – йырҙарҙа”, “Тыуған илкәйемде данлайым” исемле ҡыҫҡа рубрикалар, Мәскәү архивтары документтарына таянып эшләнгән “Йөҙ ҙә бер тарих” исемле репортаж форматында ҙур тапшырыу, аҙна һайын бер сығарылышын темаға махсус яраҡлаштырған “Асыҡ студия”, “Бәйләнештә” селтәрендәге махсус биттә шиғри бәйге, эфирҙа ғәзиз Ватаныбыҙға арналған иншалар конкурсы һ.б. Республика башлығы грантына сығарылған “Тыуған илкәйемде данлайым” исемле аудиокитаптың исем туйы ла 1 мартта үтеп, артабан беҙҙең радиола уҙасаҡ төрлө сараны башлап ебәрҙе. Уларҙың иң яуаплыһы – 20 мартта уҙасаҡ радиомарафон. Иртәнге сәғәт 7-нән киске 7-гә тиклем “Юлдаш” радиоһында Башҡортостанға бәйле, уның данын күтәргән, эше һәм һүҙе менән мәртәбәһен арттырған шәхестәр, мөһим ваҡиғалар, асыштар тураһында бәйән итеп, ҡунаҡтар саҡырып, бүләктәр таратып, уйындар уйнатып, был көндө үҙебеҙсә тарихҡа теркәргә ниәтләнгәнбеҙ.
“Йәшлек” уҡыусыларын, беҙҙең тыңлаусыларыбыҙҙы был көндө беҙҙең менән бергә байрамса уҙғарырға саҡырабыҙ. Илһөйәрлек төшөнсәһен әллә ҡайҙан эҙләргә кәрәкмәй. Ул, йырҙағыса, ҡулыңдағы «Әлифба»нан, йорт алдындағы йәшел үләндән, әсәй тәрбиәһенән, таҙартылған шишмәнән, шулай уҡ “Юлдаш”та әйтелгән йылы һүҙҙән дә башлана.
Тыуған республикабыҙҙы бергәләп ҡотлайыҡ!