14.03.2019 Кәләш менән кейәү өҫтөнә ЗАГС ҡыйығы ишелә яҙған
Был берсә көлкөлө, берсә ҡыҙғаныс тамамлана яҙған хәл 2 мартта Ғафуриҙа, Красноусол ҡасабаһында булған.
Видеояҙмала күренә - өйләнешергә ғариза бирәбеҙ тип ЗАГС-ҡа килгән пар бинаға инеүе булған, арттарынан бина фасады емерелеп тә төшкән. 20 метрлыҡ конструкция ҡар күплегенә сыҙамаған икән.
Шулайтып егет менән ҡыҙ үҙҙәренең ғаилә юлы башында оло ҡазанан ҡотолоп ҡалған.