14.03.2019 Өс игеҙ бала кәрәкһә - Бөрйәндә йәшә!
4 мартта Бөрйәндә бер ҡыҙ һәм ике малай тыуҙы. Улар — республикала быйыл донъяға килгән тәүге өс игеҙ бала.
13 мартта күп балалы ата-әсә Лена һәм Ильяс Шәриповтар сабыйҙарын ЗАГС бүлегендә теркәне.
Балаларға Гүзәл, Дим һәм Айҙар тип исем ҡушҡандар. Ғаиләлә уларҙың тағы ике апаһы һәм бер ағаһы бар. Шулай итеп, Шәриповтар ғаиләһендә тулы "комплект" барлыҡҡа килде: өс ҡыҙ һәм өс малай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда Башҡортостанда тәүге өс игеҙ бала 17 ғинуарҙа Нефтекама ҡалаһының ЗАГС бүлегендә теркәлде.