14.03.2019 Сабыйҙың хәле ауыр
Әсәһе туғыҙынсы ҡаттан ырғытҡан 2 йәшлек бала реанимацияла ята. Хәле ауыр, тип баһалана. Әсһенең умыртҡа һөйәге ныҡ йәрәхәтләнгән. Юғары бейеклектән улар ҡар өҫтөнә килеп төшкән.
Ғаилә наркотиктар менән мауыҡҡан, 21 йәшлек ҡатын психик яҡтан сәләмәт түгел тигән фараздар бар. Фажиғә булыр көн алдынан ҡатын иренең балаһын үлтеререгә йыйыныуына, наркотиктар ҡулланыуына хәүефләнеп, полиция саҡыртҡан булған.
Психик яҡтан сәләмәт булмаған ҡатындарҙың балаларының ғүмерен ҡыйыуы был республикалағы тәүге осраҡ ҡына түгел. Яҡындарыбыҙға иғтибарлы булайыҡ.