13.03.2019 Буласаҡ фермерҙарға ярҙам
Федерация Советында аграр - сауҙа сәйәсәте һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты ултырышында һөт һәм ит етештереү йүнәлешендә фермерлыҡ хужалығын ойоштороусыларға ярҙам итеү сараларын күреү мәсьәләләре ҡаралды.
Ауыл хужалығы өлкәһендә эш башлағандарға гранттар күләмен 1,5 миллиондан 3 миллионға тиклем арттырыу күҙаллана. БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсуриндың белдереүенсә, дәүләт программаһы буйынса кредитҡа, аласаҡ сумманың 40 процентындай үҙҙәренең аҡсаһы булғандар ғына дәғүә итә ала. Ҡаҙнанан аҡса бүленһә, малсылыҡ фермаларын асыуға фермерҙар был сумманың 20 проценты булһа ла аласаҡ.