13.03.2019 Балаһын тәҙрәнән ырғытҡан әсәнең наркоман булыуы асыҡланған
Өфөнөң Дыуан бульварында иртәнге ҡот осҡос хәл тураһында яҙғайныҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 21 йәшлек ҡатын тәүҙә ике йәшлек ҡыҙын тәҙрәнән ташлаған. Аҙаҡ үҙе һикергән.
Бәхеткә күрә, йорт нигеҙе буйындағы көрт 9-сы ҡаттан килеп төшкән әсәне һәм ҡыҙҙы ҡотҡарған. Икеһе лә иҫән, ҡатындың умыртҡаһына зыян килгән.
Был хәтәр аҙымға наркомания килтергән тиҙәр. Фатир хужаһы энә зәхмәтен хуп күргән, ҡатынын да наркоман иткән. Уныһы бының менән килешмәйенсә тәүҙә балаһын, унан һуң үҙен үлтерергә теләгән.