13.03.2019 30 йәш тулдымы? Был йәштә ни бары...
Кешенең һәр ваҡыт йәш булғыһы килә. Юҡ, ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-ат та үҙенең йәш, дәртле, көслө мәленең оҙағыраҡ дауам итеүен теләй. Ҡартлыҡ һәр кемгә киләсәк. Йәғни тереләргә...
Йәшлекте лә оҙонайтыу мөмкин. Әгәр нимә ашағаныңды контролләй белһәң. Диетологтар 30 йәштән һуң һаҡ ҡулланырға тейешле аҙыҡтар исемлеген төҙөгән.
Иҫтә тотоғоҙ: татлы ризыҡ (шәкәре артыҡ күп булғаны) тиренең һығылмалылығын кәметә, йыйырсыҡлата.
Аҡ ондан бешерелгән ҡамыр ризыҡтарынан организмда май йыйыла, глюкоза кимәле күтәрелә.
Колбасала йыйын теләһә ни генә (зарарлы консерванттар, тәм көсәйткес, стабилизаторҙар).
Алкоголде сәпсим ҡулланмағыҙ. Айырыуса һыра һәм коктейль көслө “киптергес”, йәғни организмдан һыу запасын ҡыуыусылар.