13.03.2019 Инвалид бала тәрбиәләгәндәргә түләүҙәр арта
Рәсәй Президенты Указына ярашлы ярашлы, 1 июлдән инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарын ҡарау буйынса пособие арттырыла.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, эшләмәгән ата-әсә өсөн бала саҡтан беренсе төркөм инвалидын тәрбиәләү буйынса айлыҡ түләүҙең күләме 11 мең 500 һум буласаҡ. Әле пособие 6 мең 200 һум тәшкил итә.
Түләүҙәр тәғәйенләнгән бөтә ата-әсәләргә һәм опекундарға бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, уның күләме автоматик рәүештә яңынан иҫәпләнә.
Республикала 16 мең 600 инвалид бала иҫәпләнә.