12.03.2019 Газ еҫкәп үлгән
Үткән аҙнала Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында үтә күңелһеҙ хәл теркәлде.
Бер нисә дуҫ урамда йыйылышҡан һәм газ ҡабыҙғысы тултыра торған баллонды һиптереп еҫкәгән. Был бик алама шөғөл бәләгә килтергән - 14 йәшлек үҫмер иҫтән яҙған. Ҡалғандары уны аңына килтерергә маташҡан. Быны күргән үтеп барыусылар "ашығыс ярҙам" саҡырған. Ләкин медиктар үҫмерҙе ҡотҡара алмаған.
Үлғән баланың быға тиклем дә токсикомания менән шөғөлләнгәне билдәле.