11.03.2019 "Мостай Кәрим" Мәскәү-Питер араһында йөҙәсәк
Халҡыбыҙҙың мәшһүр әҙибе исеме Рәсәйҙең өр-яңы пассажир лайнерына биреләсәк.
Круиз карабын «Водоходъ» компанияһы төҙөргә ниәтләй. Бындай типтағы лайнер яңы Рәсәйҙә тәүгә сығарыласаҡ. Ул "йөҙөүсе ҡунаҡхана" тибында булып, пассажирҙарға биш йондоҙло отель уңайлыҡтарын күрһәтәсәк.
Бортта күҙәтеү салондары, ресторан, бар, спа-салоны, күнекмә залы, бөҙрәхана, өҫкө палубала тирә-яҡты ҡау өсөе асыҡ урын буласаҡ.
Караптың оҙонлоғо — 141 метр. Уға 342 пассажир ултыра аласаҡ, экипажы - 144 кеше. Тиҙлеге — сәғәтенә 22,5 саҡрым.
Лайнер Мәскәү - Санкт-Петербург араһында кеше ташыясаҡ. Уны контракт буйынса 2020 йылдың февраленә тиклем төҙөп, заказсыға тапшырырға тейештәр.