11.03.2019 Наҙанлыҡ грамоталары
Күршеләрҙә тома наҙан мәғариф идаралығы белгестәре шау-шыу тыуҙырған
Татарстандың Алабуға районында балаларға грамота тапшырғандар. Был бер ҙә аптырарлыҡ хәл түгел. Тик грамоталары шыр хата, ти.
“Занявшие” һүҙе “ы” хәрефе аша, “учащиеся” тигәндә “и“ урынына “а” яҙылған. Етмәһә, бер маҡтау ҡағыҙы ике кешегә тапшырылған. Грамотаға Алабуға районының мәғариф идаралығы начальнигы ҡул ҡуйған!
Бәләкәй кластарҙа уҡ өйрәтелгән ҡағиҙәне (“жи” – “ши”) нисек белмәҫкә мөмкин, тип саң ҡаға ата-әсәләр. Ә "учащаеся" тигәне бөтөнләй башҡа һыймай. “Бына ҡайҙа ул БДИ емеше!” — тип яҙа әсе теллеләр.