11.03.2019 Тағы пособие арта!
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса, бала пособиелары артасаҡ, тип белдерә ТАСС.
Хәҙер 140 көнлөк декрет ялы өсөн түләүҙең максималь күләме 300 мең һумдан арта. 2018 йылда был сумма 282 мең һум ине.
Минималь пособие күләме лә 52 мең һумға тиклем арта.
Ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы күләме артты (11 280 һум). Бала ҡарау буйынса минималь пособие күләме 4500 һумға, ә максималь — 26 мең һумға тиклем етте.