11.03.2019 Уҡыу йортоноң абруйы ҙур
Рәсәйҙә юғары уҡыу йорттары ниңә оптимәлләштерелә, нимә ул юғары белем биреү ойошмалары мониторингы? Ҡыҫҡартыуҙар осоронда БДУ-ның Сибай институты нисек йәшәй һәм эшләй? Уҡыу йортоноң перспективалары бармы?
—Әлбиттә, бар,—ти БДУ-ның Сибай институты директоры А.С.Вәлеев.
—2016-2020 йылдарҙа мәғарифты үҫтереү маҡсатлы федераль программаһы концепцияһына ярашлы, Рәсәйҙә сифатлы юғары белем биреүгә кәрәкле шарттар тыуҙыра алған конкуренцияға һәләтле вуз һәм филиалдар ғына тороп ҡалырға тейеш. БДУ-ның Сибай институты Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығының бөтә ҡәтғи талаптарына тап килә, хатта ҡайһы бер эре ҡалаларҙың вуздарынан күп кенә яҡтан алда ла бара.
Уҡыу йорто эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәренең береһе— уны тамамлаусыларҙың квалификацияларына ярашлы эш табыуы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Сибай институтында диплом алыусыларҙың 85 проценты уҡыу йортон бөткәс тә эшкә урынлашып, республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф тармаҡтарында, дәүләт структуралары органдарында уңышлы эшләп китә.
Ҡайһы бер өлкән курс студенттары специальностары буйынса эш табып, уны уҡыу менән бергә алып бара. Бәғзеләре уҡыуҙы бөтөүҙәренә эш биреүселәрҙән төрлө тәҡдимдәр ала. Быға институттың профилле учреждениелар менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыуы булышлыҡ итә. Уҡыу йортонда белем биреү сифатына һәм фәнни эшмәкәрлеккә айырым иғтибар бүленә.
2013 йылдан Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы юғары белем биреү ойошмаларына мониторинг үткәреп, уларҙың эшмәкәрлегенең эффектлылығын билдәләй. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәре илдәге юғары уҡыу йорттарының 2018 йылғы эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләрен иғлан итте.
Мониторинг күрһәтеүенсә, БДУ-ның Сибай институты—Рәсәйҙең сифатлы эшмәкәрлек алып барған белем усаҡтарының береһе. Барлығы 1314 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән 583 филиал,10 федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университеты араһында Сибай институтының шулай юғары баһа алыуы үҙе бер ҡаҙаныш.
Эффектлылыҡ мониторингы белем биреү, фәнни-тикшеренеү, финанс-иҡтисади эшмәкәрлек, профессор һәм уҡытыусылар составының эш хаҡы, эшкә урынлашыу, студенттар контингенты, белем биреү учреждениеһының өҫтәмә күрһәткестәре буйынса бөтәһе 7 йүнәлештә тикшерелде. Ошо йүнәлештәрҙең дүртәүһе ыңғай булғанда юғары уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге эффектлы һанала. БДУ-ның Сибай институтының бөтә 7 күрһәткесе лә тейешле кимәлдә булыуы уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге һөҙөмтәле булыуын сағылдыра.
Уҡыу йортонда белем биреү, фәнни һәм тәрбиә эшмәкәрлеге юғары кимәлдә.
Вуздарҙы бюджет финанслауына килгәндә, юғары белем биреү гуманитар специальностарҙы кәметеп, техник йүнәлеште арттырыуға табан курс алған.
Сибай институтында юғары белемде финанслауҙың бюджеттан тыш алымдары ла ҡулланыла. Төбәктең үҙенсәлеген иҫәпкә алып, килешеү нигеҙендә белем алған студенттарға түләүҙәренә ташлама яһала. Беренсе курстан һуң яҡшы өлгәшкән, йәмәғәт тормошҡа әүҙем ҡатнашыусылар килешеү буйынса белем алыу формаһынан бюджетҡа күсерелеүе, стипендия тәғәйенләү мөмкинселеге ҡаралған.
Түләүле уҡыған студенттар ҙа дөйөм ятаҡ менән тәьмин ителә. Уҡыу йортоноң Сибай ҡалаһында урынлашыуы ғаилә бюджеты сығымдарын шаҡтай кәметә, сөнки бында башлыса Урал аръяғы райондарынан йәштәр уҡый.
Институттың имиджын күтәреү, уның брендын булдырыу маҡсатында белем биреүҙең сифатын, фәнни эшмәкәрлекте арттырыу, селтәр элементтары һәм дистанцион белем биреүҙе индереү һәм башҡалар өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Үҙебеҙҙең төбәктең генә түгел, сит өлкәләр мәктәптәренең өлкән кластары менән профориентацион эш яңы кимәлгә күтәрелде. Һәр сығарылыш класс уҡыусыһы, уның ата-әсәһе менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Уларға өйҙән алыҫ китмәйенсә лә сифатлы белем алып булыу мөмкинлеге аңлатыла.
Студенттарға бер юлы ситтән тороп икенсе юғары белем алыу мөмкинлеге лә тыуҙырылған.
Бынан тыш Рәсәй мәғарифы академияһының Башҡортостан Республикаһындағы үҙәге менән «Мәктәп—урта профессиональ белем—юғары белем—эш биреүсе» кластерының модель контексы буйынса бәйләнеш булдырылған. Һәләтле балаларға ярҙам итеү проектын тормошҡа ашырыу буйынса эш алып барыла.
Һәр юғары уҡыу йорто эшмәкәрлегенең төп баһалама критерийы –фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге өлкәһендәге уңыштар. Сибай институтының фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге вуздың профиленә һәм фән, техникаға бәйле өҫтөнлөклө йүнәлештәр ойошторолған. Фәнни эштәр ботаника, генетика, экология, математика, юриспруденция, иҡтисад, социология, педагогика, психология, тарих, физик культура һәм спорт, тел ғилеменең фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәрен үҙ эсенә ала. Эшмәкәрлек эффектлылығы мониторингы һөҙөмтәләре буйынса Сибай институтының фәнни-тикшеренү эшмәкәрлеге Башҡорт дәүләт университеты системаһында иң яҡшылар иҫәбендә булыуын да әйтеп үтергә кәрәк.
Уҡыу йортонда төрлө кимәлдәге һәм йүнәлештәге фәнни-ғәмәли кәңәшмәләр даими уҙғарылып тора. Улар араһында халыҡ-ара кимәлдәге сара ла бар. 2018-2019 уҡыу йылында институт уҡытыусылары һәм студенттары төрлө конкурстарҙа бер нисә грантҡа лайыҡ булған.
Студенттарҙың фән менән менән мауығыуы хуплана.
Институтта студенттарҙы үҙ-үҙҙәрен үҫтереүгә һәм камиллашыуға шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Үҙ-үҙеңде тотоу, мәҙәнилек, ялды, буш ваҡыттарҙы уҙғарыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Дәрестән һуңғы буш ваҡытты файҙалы уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған: 3 спорт залы, спорт комплексы, хоккей ҡумтаһы, стадион, яҡтыртылған саңғы юлы, уйын майҙансығы. Волейбол, футбол, баскетбол, көрәш, лапта, уҡтан атыу, саңғы, кикбоксинг, өҫтәл теннисы, ат-спорт секциялары уңышлы эшләп тора. Бейеүгә битараф булмағандар «Ете ырыу», «Сармат», «Эдельвейс» бейеү ансамблдәрендә шөғөлләнә. Институт етәкселеге сәхнә костюмдары, музыкаль аппаратура һатып алыуға аҡса бүлә, яңы бейеүҙәр һалыу өсөн республиканың билдәле хореографтарын саҡыра. Бейеүселәр өсөн балет залдары булдырылған. «Афарин» эстрада йырҙарын башҡарыусылар музыкаль студияһы эшләй. Концерттарҙа, башҡа мәҙәни сараларҙа ҡатнашыусы әүҙем үҙешмәкәрҙәрҙе, спортсыларҙы, уҡыу алдынғыларын етәкселек юғары стипендия, премия, төрлө путевкалар биреп дәртләндерә.
БДУ-ның Сибай институтында сәләмәт йәшәү рәүеше, һауыҡтырыу мәсьәләләре бик актуаль иҫәпләнә. Уҡыу йортонда 3 медицина пункты бар.Сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандаланған уҡыу йортонда тәмәке тартыу, эскелек, наркотиктар ҡулланыу кеүек алама ғәҙәттәргә ҡаршы тәрбиәүи эштәр алып барыла.
Уҡыу йылы башланғас та беренсе курс курс студенттары өсөн танышыу айлығы иғлан ителә. Институтҡа яңы аяҡ баҫҡан йәштәрҙе студент тормошо менән таныштырыу, уларҙы ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса төрлө түңәрәктәргә йәлеп итеү психологик яҡтан адаптацияны еңелләштерә.
Сентябрь буйы дауам иткән беренсе курстар айлығында институттың «Ете ырыу», «Сармат», «Эдельвейс» ижади коллективтары, ҡурайсылар ансамбле, спорт секцияларында шөғөлләнеүселәр ҡыҙҙар-егеттәргә оҫталыҡ кластары күрһәтте. Унан һуң йәштәрҙең күбеһе күңелдәренә ятҡан түңәрәк, секцияларға яҙылды. Беренсе курс студенттары өсөн уҙғарылған турслет иһә уҡыу йортона яңы килеүселәрҙең һәләттәрен асырға ярҙам итте. Студенттар советы, профсоюз ойошмаһы ятаҡта йәшәү ҡағиҙәләре менән таныштырып, дөйөм коллективҡа туплау өҫтөндә ентекле эшләй.
Уҡыу йортонда белем алыусыларға ай һайын юғары һәм социаль стипендиялар түләнә. Килешеү буйынса уҡыған студенттарға атамалы стипендия ла бирелә. Ауыр тормош хәленә тарығын йәштәргә матди ярҙам күрһәтелә.
Башҡа төр социаль ярҙамға килгәндә, ситтән килеп уҡыған барлыҡ студенттарға ла дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Ғаиләле студенттарға айырым ятаҡ бар. Дөйөм ятаҡтың республика ярыштарында гел алдынғы урындар яулауы бындағы шарттарҙың уңайлы булыуын иҫбатлай.
Студенттар үҙаидаралығы, студент йәмәғәт ойошмалары, студенттар советы, клубтар, студенттар отрядтары ла уңышлы эшләп тора.
Уҡыу йортоноң байлығы—әүҙем, йәшлек дәрте менән янған студенттар. Инициативалы, ижади йәштәр—улар беҙҙең киләсәк. Улар тырышып уҡый, йәмәғәт тормошонда әүҙемдәр икән, тимәк институттың перспективаһы бар.